Ваҡытты еткереп буламы - әле бер, әле икенсе мәшәҡәте килеп сығып ҡына тора, бөгөн, ниһайәт, юлға сыҡтыҡ. Абдулға.
....Тормош шулай ҡоролған: кем менәндер уртаҡ тел табып булмай, донъяға ҡараш, фекерҙәр тап килмәй, бында мин яҡшы, ул насар тип әйтергә ярамай, барыһына ла ҡосаҡлашып ҡына йәшәргә тимәгән - кемдер, нисек кенә итмә, барыбер, һинең кешең булмаясаҡ.
Был осраҡта... Яҡуповтарҙы быға тиклем бер тапҡыр ҙа күргәнебеҙ юҡ, ә осрашҡас та ҡосаҡлаша яҙҙыҡ - беҙҙең кешеләр!
Мәҡәлә киләһе һанда гәзиттә баҫыла.