Все новости

Ихлас ҡотлауҙар

Абдул мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған матур кисә үтте. 

Ихлас ҡотлауҙар
Ихлас ҡотлауҙар

Ауылыбыҙҙың төрлө өлкәләрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололар белдереүҙе күреү менән мәҙәниәт йортона ашыҡты. Улар өсөн бай йөкмәткеле ҙур байрам концерты әҙерләнгәйне. Ғәҙәттәгесә ауылдағы бөтә мәҙәни сараларҙы ҙур әҙерлек, тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ менән алып барыусы етәксебеҙ Юлиә Ниғмәтуллина килгән ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Ҡотлау һүҙҙәре һәм матур шиғыр юлдары уҡып ишеттерҙе. Артабан ҡотлау һүҙен яңы ауыл биләмәһе башлығы Данир Хөсәйенов дауам итеп, өлкәндәргә иҫәнлек, ғаилә бәхете теләне. Һайлауҙарҙа ә-ҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтеп, ышанысығыҙҙы аҡлармын, тине.
Концертта ҡатнашҡан үҙешмәкәр артистарыбыҙ Гүзәл Ниғмәтуллина, Хәмиҙә Войкина, Айһылыу Ниғмәтуллина, Юлиә Ниғмәтуллиналарҙың моңло һәм һағышлы йырҙарын гармунсыбыҙ Айҙар Хөснөтдинов оҙата барҙы, үҙе лә илһамланып йыр бүләк итте. Ә инде бейеүсебеҙ, Стәрлетамаҡ педагогия институтының 3 курс студенты Сөмбөл Ниғмәтуллинаны ҡат-ҡат алҡышлап сығарҙылар. 

Земфира УСМАНОВА, Абдул ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: