Оло кешегә иғтибар булһа шул етә. Ныҡ ҡыуанды, ул ғына түгел, хатта беҙ ҙә шатландыҡ. Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙҙе ихтирам итеп тәбрикләгәндәре өсөн Азамат Зәкәриә улына, Фәнир Саҙретдин улына, Рәшит Рәүил улына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың эштәрендә уңыштар, именлек теләйбеҙ, - ти Нәсимә ханым.
Йәнбирҙиндар бик татыу, берҙәм ғаилә. Күмәкләшеп оло эштәрҙе “һә” тигәнсе башҡарып китәләр. Ҡәҙерле кешеләрен бер ваҡытта ла яңғыҙын ҡалдырмай, сиратлап ҡайтып, хәлен белешеп торалар.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫылды.