Был олпат йәшкә еткән апай-ағайҙарыбыҙ ҙур тормош тәжрибәһенә, тәрән аҡылға, ныҡлы белемгә эйә булған оло шәхестәр.
Яҡут ауылында тыуып, ошо ауылда ғүмер иткән Зөбәржәт апай Ҡәҙерғолова – матур тормош юлы үткән хөрмәтле ауылдаштарыбыҙҙың береһе.
Ошондай күркәм, сағыу, матур тыуған көндө билдәләү бөгөнгө ауыр ваҡытта бик күптәргә насип түгел. Шулай ҙа ауылыбыҙҙың оло быуын ветерандарына, ауылда һоҡланмаған кеше юҡтыр!
Бала сағы ауыр һуғыш заманына тура килгән, абруйлы Ағинәйебеҙ Ҡәҙерғолова Зөбәржәт Зәйнетдин ҡыҙы, әле лә йөҙөнән йәшлектәге матур һыҙҙаттары китмәгән тырыш әсәй, бик күп ейән- ейәнсәрҙәргә өлгөлө өләсәй ҙә.
Зөбәржәт апайға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, , бәхетле ҡартлыҡ, балаларыңдың, ейән- ейәнсәрҙәредең хөрмәтенә төрөнөп ҡыуанып йәшәргә насип булһын!
Һеҙ апай, үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙә бик күп ҡайғы- хәсрәтләр аслыҡ, яланғаслыҡ күргәнһегеҙ, бик йәшләй тол ҡалып һынмағанһығыҙ, бирешмәгәнһегеҙ тормош ауырлыҡтарына!
Һеҙҙең ғүмер юлын, йәш быуынға өлгө итеп ҡуйырлыҡ!
Бәхетле киләсәк, ғаилә именлеге, ошо һеҙҙең ғүмер юлығыҙҙы урап үтмәгән, тағы ла бер ауыр һуғыштың тиҙерәк бөтөүөн теләп ултырырға насип булһын Һеҙгә!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.