Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнөп ғүмер итә

Һуғыш аяуһыҙ... Уның михнәттәрен өлкән йәштәгеләр ҙә, бишектә ятҡан сабый ҙа бер татыны.

Һөйөнөп ғүмер итә
Һөйөнөп ғүмер итә

1958 йылда олатайыбыҙ Ҡәҙерғолов Әнүр Хисаметдин улына тормошҡа сығып 4 балаға ғүмер бирәләр, ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә тол ҡала өләсәйем, һуңынан бер улын да юғалта. Шуға ҡрамаҫтан тормоштоң ауыр һынауҙарына бирешмәй, йәшәргә көс табып, балаларым, тип тырышып донъя көтә ҡәҙерлебеҙ. Бөгөнгө көндә улы, ҡыҙҙары, кейәуҙәре, 9 ейән-ейәнсәренә, 18 бүлә-бүләсәрҙәренә һөйнөп, ҡыуанып йәшәй, Аллаға шөкөр, тибеҙ.
- Был ҡот-осҡос замандар ине. Ул йылдарҙы берәү ҙә теләмәҫ ине. Күп кешеләр атайҙарын, ағайҙарын, яҡындарын юғалтты. Миңә ике йәш булғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Атайыбыҙ Буранбаев Зәйнетдин Садретдин улы һуғыш башланғас та һуғышҡа киткән. Атайыбыҙ һуғышҡа киткәндә, беҙ ағайым Риф менән әсәйем елкәһендә ултырып ҡалғанбыҙ...

Юлиә ӘБДРӘШИТОВА

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: