Бөтә яңылыҡтар

Асыҡ ишек

...Бөгөн дә ишеге асыҡ икән....

Асыҡ ишек
Асыҡ ишек

Бикләнмәгән. Боронғо ауыл ғәҙәтен үҙ итеүе, онотмауымы (заманаһы ниндәй бит, Хоҙайым) әллә йорто ла, үҙенең күңеле кеүек, гел шар асыҡмы, бәлки, дини кеше булараҡ, өйөм тупһаһы аша насары кермәҫ, гел изге уйлы кешеләр генә инер тип ышанып йәшәүеме?
Гөлшат инәйгә барҙыҡ. Бик шәп булды - йома, етмәһә, ҡулыбыҙҙа бүләк тә бар, ул Әсәләр конкурсында ҡатнашҡайны. Һирәк килгәнгә үпкәләй биреп тә алды ахры инәй, әммә ҡәҙимге хәленә тиҙ ҡайтты, күңелен шар асып, эсендә нимә бар, шуларҙы тышҡа сығарҙы.
- Сирләп алдым яңыраҡ, балниста яттым... - әле ҡарап тороуға бик теремек күренә үҙе,  хәтирәләрен теҙҙе, уларҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә, “Фәһемле фекерҙәр» тигән китап була торғайны, унда, йәнәһе, кемдер, ҡасандыр әйтеп ҡалдырған иң шәп фекерҙәрҙе туплағандар, Гөлшат инәй булғанда, китап кәрәкмәй, үҙе – тере тарих, үҙе – фәһемле донъя.

- Бына яҙғандарым...., - бер нисә шиғырын уҡып күрһәтте, йырға һалғаны ла бар икән - Яманһары урамдары. 
Рәсәй Дәүләт архивы ары торһон, Гөлшат инәйҙең ҡулъяҙмалары... Йөҙәр йыл өйрәнерлек материал.

Ай-вайға ҡуймай (инәй, ваҡыт тар) өҫтәл артына әйҙәне, килгәс, ризыҡтан оло булма. 

Әсәйҙәр көнө менән ҡотланыҡ. Гөлшат инәйҙең, әсә, өләсәй, инәй, апай булараҡ күргәндәре... Бер тынала яҙып бөтөрлөк түгел, күпме ҡайғы кисермәһен, кешеләргә, донъяға булған мөнәсәбәте үҙгәрмәгән - ата-әсәгә, улар ниндәй булһа ла, ихтирамлы булығыҙ, уйҙарығыҙ изге булһын. 

Хушлашып, сығып киттек, Гөлшат инәйҙең күңеле булып ҡалды, буғай, ишеге лә, бары тик хәйерле һүҙ, яҡшы кешеләрҙе көтөп, бикләнмәй ҡалды.

Автор:
Читайте нас: