Бөтә яңылыҡтар

Күңел тыныслығы һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, инәй!

Күмертау ҡалаһында ғүмер итеүсе Фәриҙә Ишмурҙа ҡыҙы Әлиева ошо көндәрҙә ғүмеренең оло байрамын 100 йәшлек юбилейын ҡаршы алды.

Күңел тыныслығы һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, инәй!
Күңел тыныслығы һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, инәй!

Ул үҙе тыумышы менән Ишембай районы Этҡол ауылынан. Фәриҙә инәйҙең беҙҙең яҡтарға нисек килеп эләгеүе хаҡында уның ҡыҙы һөйләп үтте.
- Әсәйем бик йәшләй етем ҡалған, ул 2024 йылдың 18 ноябрендә донъяға килә һәм 2 йәшендә әсәйһеҙ тороп ҡала. Ғаиләлә һигеҙ бала тороп ҡала, үгәй әсә менән көн итеү еңелдән булмай уларға. Шуға күрә иң оло апаһы кейәүгә сыҡҡанда, һеңлеһен үҙе менән алып сығып китә. Шулай итеп әсәйем Байғужа ауылына барып йәшәй башлай. Яңы ғаиләлә әсәйемде үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итеп, яратып үҫтереләр. Еҙнәһе лә оло йөрәкле, алсаҡ, эшсән, ихлас кеше булып сыға. Апаһы һәм еҙнәһенең ике улдары тыуа, уларҙың Ғәйфулла һәм Борис исемле улдары менән бергә үҫә әсәйебеҙ.
Һуғыш йылдарында һәр кемгә лә еңелдән булмай, әсәйем дә ошо мәлдәрҙең ауырлығын иңенән үткәрә...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: