Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп балаларына рәхмәт

Оло кешегә ни бары аҙ ғына иғтибар ҙа етә.

Мәктәп балаларына рәхмәт
Мәктәп балаларына рәхмәт

Балалар хәлдәрҙе белешеп китһәләр, беҙҙе әле онотмағандар тип ҡыуанып, дәртләнеп китәһең. Ошо ял көндәре мәктәп уҡыусылары килеп ишек алдын ҡарҙан матурлап таҙартып киттеләр. Улар класс етәкселәре Нурзиля Минеәхмәт ҡыҙы Искәндәрова һәм Альбина Шамил ҡыҙы Искәндәрова менән яңғыҙ йәшәгән ауылдаштарыбыҙға, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә, тыл ветерандарына барып йорт тирәләрендә ҡар көрәнеләр.
Ошо балаларға һәм уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Уларға уҡыуҙарында тик уңыштар теләйем. Иҫән-һау булып илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫеп етһендәр. Минең ҙур теләгем ул - ауылда йәштәр ҡалыуы. Йәштәр китеп бөтһә, ауылыбыҙ ҙә бөтә бит. Әле ауылыбыҙҙа яҡынса 150 кеше йәшәй, 47 өй буш тора. Киләсәк быуыныбыҙ тыуған ауылыбыҙҙың нигеҙҙәрен ҡортмаһын ине.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы

Автор:
Читайте нас: