Бөтә яңылыҡтар

Ул йырланы...

Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Ғәйшә инәй Әбделмәнова бөгөн 100 йәшен туйланы.

Ул йырланы...
Ул йырланы...

Был йәшкә етеү... Аңлатыу кәрәкмәй, инәйебеҙ ниндәй ут-һыуҙар аша сыҡҡан - үҙе генә белә. Татар Аллабирҙеһе ауылында тыуған инәйҙе ҡотларға тип бөгөн һәммәһе йыйылды. Һәммәһе тигәнебеҙ район башлығы Лира Тереғолова, урынбаҫары Урал Ибраһимов, ауыл башлығы Рәшит Ғисмәтуллин һәм башҡалар. 
...Ғәйшә инәй, керһәк, йырлап ултыра. Тантана бөткәнсе тынманы, йырланы ла йырланы. 
Лира Рафаил ҡыҙы бына быныһы минең бүләк, быныһы бик йыраҡтан килгәне: Москва, Кремль, Путин тип инәйҙең иғтибарын йәлеп итергә тырышты. Ә йыр барыбер тынманы. Һүҙҙәрен бик аңлап етмәнек, ошо ере генә аныҡ ишетелде: Иҙел буйҙарында бигерәк йәмле...
..Мул табын артында ултырғанда ла, әйткәндәй, йырһыҙ булманы (морапталдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, моңло халыҡ).
Юнир Мөлөков йырланы, ул да ауылдың абруйлы кешеһе, йәше лә апаруҡ, шуға нимә йырлағанын бик яҡшы белә:
Аһ, мин әгәр бер гөл булһам,
Ал сәскә атыр инем.
Атлап түгел, йәшлегемә
Йүгереп ҡайтыр инем!.

Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: