Бөтә яңылыҡтар

Ҡартөләсәйемә 100 йәш!

Михайловка ауылында йәшәүсе минең ҡартөләсәйем Анастасия Николаевна Дементьева матур йәй көндәрендә үҙенең бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне.

Ҡартөләсәйемә 100 йәш!
Ҡартөләсәйемә 100 йәш!

Ҡартөләсәйем русса, сыуашса, башҡортса, татарса һөйләшә, дүрт класты ғына тамамлауға ҡарамаҫтан, телдән ҡабатлай һәм иҫәпләй. Тегеү машинкаһы менән заманында күп кенә кейемдәр һәм төрлө әйберҙәр теккән. Әле уны ҙур ҡыҙы Галина һәм улы Анатолий бик матур тәрбиәләп ҡарай, сөнки ҡартөлсәйем һуңғы өс йылда аҙыраҡ бирешеп тә китте. Быға минең атайым яу ҡырында йөрөүе лә, ҡартлыҡтың ныҡлап килеүе лә бәйлелер. Ул бит һәр ваҡыт: "Беҙ күргән ауырлыҡты, һеҙгә күрергә яҙмаһын", - ти ине...

София ДЕМЕНТЬЕВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: