-12 °С
Болотло
Ауыл аҡһаҡалын Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Ғисмәтуллин өйөнә барып ҡотланы. Заһиҙулла Хәйҙәр улына именлек, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләп бүләктәрен тапшырҙы.
- Оло кешегә иғтибар булһа шул етә. Мине ҙурлап ҡотларға килгән Рәшит Рауил улына ҙур рәхмәт. Күңелем булып, ҡыуанып ултырам. Иҫән-һау эшләһен. Иң мөһиме илгә тыныслыҡ килһен, егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһындар, - ти юбиляр.