Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек йондоҙобоҙ

Һәр кемгә үҙенең тәүге уҡытыусыһы бөйөк һәм ҡәҙерле.

Мәңгелек йондоҙобоҙ
Мәңгелек йондоҙобоҙ

Беҙҙең дә тәү башлап мәктәп ишеген үрелеп асҡан көнөбөҙ, белем биргән уҡытыусы апабыҙ һәр саҡ хәтерҙә. Беренсе класка 1984 йылда уҡырға керҙек. Беҙҙең тыл ныҡ булды, бының өсөн ныҡлы нигеҙ һалыусы апабыҙ Асия Абдрахман ҡыҙы Игликоваға бик рәхмәтлебеҙ. Уҡытыусылар көнөндә 91 йәшлек уҡытыусыбыҙҙы ҡотларға тип класташым Дамир Байгилдин менән өйөнә барҙыҡ. Эй, ҡыуанды апабыҙ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне.
- Совет заманында 5 йыл һайын Социалистик ярыш була торғайны. Шунда мин еңеүсе булдым һәм миҙал менән бүләкләнеүем һаман да хәтеремдә. Күмертау майҙанындағы таҡтала, башҡа еңеүселәр менән, минең дә фотоһүрәтем эленеп торҙо, - тип һөйләп китте “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, юбилей миҙалдары һәм дә бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүсе педагог. Шулай булмай, мәғариф өлкәһендә уның 44 йыл эш стажы, шуның 30 йылы Иҫке Мораптал ауылы мәктәбендә үткән.
- Эш хеҙмәтемде йүнәлеш буйынса Ҡалта ауылында башланым, аҙаҡ Яңы Морапталда, мәктәп булдырылғас Иҫке Морапталға күсерҙеләр. Миңә ярҙамсы итеп Мәүә апайҙы ҡуйҙылар. Мин мөдир, ә ул уҡытыусы булып байтаҡ йылдар бергә эшләнек. Аҙаҡ Әбсәләмова Гөлнур менән дә эшләнем...

Земфира ҒҮМӘРОВА, Яңы Мораптал ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: