“Сабырлыҡ кәрәк”

Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята. Аҡһары ауылында йәшәүсе Камил һәм Роза Баязитовтарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә илле йыл.

“Сабырлыҡ кәрәк”“Сабырлыҡ кәрәк”
“Сабырлыҡ кәрәк”

Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло.
Август айында Роза Сәлим ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Яҡшымбәт ауылына юллама буйынса физика һәм математика уҡытыусыһы булып ебәрелә. Ошо уҡ йылдың октябрендә әрме сафтарынан тыуған ауылына батыр, матур егет Камил Биктимер улы Баязитов ҡайтып төшә.
- Әрменән бер юлы һигеҙ егет ҡайтып төштөк ауылға. Йәштәр йыйналыштыҡ һәм Розамды тәүге тапҡыр шунда күрҙем дә ғашиҡ булдым, - тип һөйләй Камил ағай. Йәштәр ике йыл дуҫлашып йөрөй ҙә, 1976 йылда матур ғаилә ҡоралар.
- Күп балалы ғаиләгә 10-сы кеше булып килен булып төштөм...

Ғәлиә МИФТАХОВА, Аҡһары ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:
Читайте нас