Барыһы өсөн рәхмәт, ҡәҙерлем

Алыҫ яу яланынан яҡташтарыма ҡайнар сәләм юллайым. Ошо көндәрҙә минең өсөн ҡәҙерле кешем, өләсәйем Минибанат Рәхмәтулла ҡыҙы Яманһарова оло юбилейын ҡаршы ала. Аллаға шөкөр, яҡыныбыҙға ошо көндәрҙә 95 йәш тула. Ошо уңайҙан ҡәҙерле өләсәйемде оло юбилейы менән ҡотлап, “Юшатыр” гәзите аша уға ҙур сәләмдәремде һәм изге теләктәремде юллайым.

Барыһы өсөн рәхмәт, ҡәҙерлемБарыһы өсөн рәхмәт, ҡәҙерлем
Барыһы өсөн рәхмәт, ҡәҙерлем

Өләсәйебеҙ тыл ветераны, Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ ауырлыҡтарын, михнәттәрен тойоп үҫкән ул. Үҫеп буй еткән көнөнән алып, бөгөнгәсә тормош уны ауыр һынауҙар менән һынай, ләкин ҡәҙерле кешебеҙ һынып, бөгөлөп ҡалманы, беҙ балалары, тип тырышып йәшәй. Ул шул тиклем тырыш, эшһөйәр, сабыр кеше, ауыр һынауҙарҙан торған тормошто яратыуы менән беҙҙең өсөн өлгө ул. Бөгөнгө көндә лә өләсәйебеҙ гөрләтеп донъя көтә, беҙҙең барыбыҙҙы ла хәстәрләп, изге доғалары, фатихаларынан айырмай йәшәй. Мине лә яу яланында тап уның изге доғалар һаҡлап, яҡлап йөрөтөүөнә ышанам. Ҡайтҡан һайын өләсәйемә барып, хәлдәрен белешеп, уның янында бала сағыма ҡайтҡандай иркәләнеп, уның ҡулынан тәмле сәйҙәрен эсеп һыйланам. Әлдә һин бар әле, өләсәй, тип ҡыуанам.
Өләсәй, ошо ҙур юбилейың айҡанлы һиңә оло рәхмәтемде әйтеп, барлыҡ изгелектәрең өсөн алдыңда баш эйәм. Һиңә иҫәнлек, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем, артабан да беҙҙе ҡыуандырып, изге фатихаларыңдан айырмай, беҙҙең менән бергә-бергә йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, ҡәҙерле кешебеҙ.
Динар Ишбирҙин, Махсус хәрби операция ветераны

Автор:
Читайте нас