Дөрөҫөрәге, ташҡын ваҡытында ағып китте. Күпте күргән алама ғына күпер (был хаҡта "Юшатыр" әллә күпме яҙҙы).
Ошолай тип әйтте беҙҙең уҡыусылар:
- Тубәнге -Бабалар халҡы төҙөһә лә булған булмаған материалы менән. Купер аша йөрөуселәр куп Оренбург обласына : Яҡшембәт,Көйөргәҙе, Нижнее Бабаларово, Верхнее һәм Среднее Бабаларово, Кутлуюлово, Яңы юл һәм башҡалар. Оренбургта йәшәусе барлыҡ туғандары ошо купер аша тыуған яҡтарына ҡайталар һәм дә шәһәргә барыусылар. Машиналар йәйен дә, ҡышын да гөжләп йөрөп тора алама, ҡурҡыныс купер булһа ла.
- Ул купер 10 авыл га кэрэк. Ботэсе дэ ошо нан йорой. Был купер йэшэузен берзэн - бер мэгэнэсе. Калага йырак йороуе. Ауылда магазин да, бальниц та юк. Тиз ярзам кирэксэ лэ шул октябрьский га морэжэгэт итэбез. Азык - тулеккэ лэ шунда сыгабыз. Куптэренен балалары Оренбургта укый, йэшэй, эшлэп. Был купер мэсэлэхе менэн нисэ йыл дар инде хужаларга да морэжэгэт ителде. Тик уларга да кирэкмэй. Кем ошонан утеп - сутеп йорой шуга гына кирэк булып сыга тугелме? Эйдэгез узебез тозойок! Кумэклэшеп дэррэу кузгалайык. Ил токорсэ кул була - ти бит халык мэкэле. 1000сумдан йыйып карайык. Эгэрзэ риза булсагыз был эште акса йыйыузан башлайык. Ауылыбызза кон курсе Исхаков Ахат агай, Бусканов Рафис мырзага, Валеева Зинфира апага тапшырсак берэудэ каршы булмас тип уйлим.
...Тик. Иҫке күпер һаман хеҙмәт итә. Бына, ағып ҡына китеп, харап булған. Ауыл старостаһы Әбделәхәт Исхаҡов шылтырата:
- Һеҙҙең гәзиттә яңы ФАПтар өсөн свай ҡағалар тип яҙылды. Фотола свай ҡаҡҡан фирманың телефон номеры ла бар, тик күҙ күрмәй, уҡый алманым. Белешегеҙ әле: свай өсөн хаҡын күпме ала икән? Ағып киткән күперҙе тоттоҡ, шуны свайлап, нығытып, ҡуйырға ине. Аҡсаны ҡайҙан алаһың? Үҙем булһа ла түләрмен, башҡаһына ышаныс бөттө.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә яҙылыр.