Теге көн ҡуйылған, юл һалыусыларҙың, оҫта итеп, заманса технологиялар ҡулланып, асфальт һалып йөрөгәне тураһындағы видео оло ғауға ҡуптарҙы, бер түрә ошолай тип яҙҙы:
- Надеюсь, после уточнения локации вопиющего факта, читатели узнают с ваших публикаций подробности и причины произошедшего.
Локацияһын шунда уҡ әйттек - Энергетиктар урамы, 13. Причины? Атаҡ, ниңә улай һалғандарын ҡайҙан беләйек. Подробности? Яндарына барып, был көрәкте ошолайтып тотто, ошолай итеп түңкәрҙе, ултырып, ял итеп алды тип яҙырғамы икән? Яуапты ошолай бирҙек:
- Локация - Энергетиков 13. Работы сейчас идут - на фотографиях. Насчет причин, не могу ответить - в голову залезть не могу, телепатией не обладаю.
Инде быныһы аҙ, мәғлүмәт бүлегенән дә ҡарап ултырғандар икән:
- "Юшатыр" гәзите, здравствуйте. Повторимся, для того, чтобы выяснить ситуацию, нам необходимы более точные данные, поэтому предлагаем вам обратиться к нам на официальные странички https://vk.com/toser_admkumertau?from=quick_search, https://vk.com/oleg_frolov78. Вопросы, поступающие на официальные странички, ежедневно мониторят специалисты и прорабатывают их в приоритетном порядке.
С уважением, официальный представитель администрации г. Кумертау Инесса Мячина.
Быныһына нимә тип әйтергә - адрес күрһәтелгән, видео бар, фотолар бар, күрҙеләр, белделәр, ниңә беҙ тағы ла кемгәлер яҙып ултырырға тейеш икән.
Ҡыҫҡаһы, эштәр дауам итә, әле генә фото ебәрҙеләр, өр яңыһын, быныһының локацияһын һәм эшселәрҙең ниңә улайтып эшләп йөрөгәндәрен һорап йонсотмаҫтар тип ышанғы килә.