-6 °С
Облачно
Инде был һорауҙы нисәнсегә күтәрәбеҙ, хәҙер нисәмә йыл бер үҙгәреш юҡ. Ул ағастар юл ситендә генә түгел, бөтөнләй юлға сығып йәйелеп ятҡандар бит, әле ямғырҙар яуа башланы. Ямғыр тамсыларынан ауырайған ботаҡтар юлға ауып, юлды тулыһынса ҡаплар, тип ҡурҡыта башланы. Яңыраҡ ошо ағастарға бәйле һорау күтәрелгәс, бер начальник булған кеше, экология министерствоһынан яуап алғас, киҫәбеҙ, тип яуаплағайны ла, тик үҙгәреш күренмәй. Сүп ағасы булып һаналған сағанды киҫер өсөн ниңә ризалыҡ һорап торорғалыр, аңламайым.
Салауат Солтангәрәев, Таймаҫ ауылы
Яуап гәзиттә баҫылды.