Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
10 Августа 2023, 13:39

Түҙерлек түгел

Юлдарҙың насар булыуы яҡшы тугел инде, ну түҙерга була, не каждый день юлға сығабыҙ.

Түҙерлек түгел
Түҙерлек түгел

Менә Яҡшымбәт ауылы эргәһендәге мусор три месяца горит, тын алыуы ауыр, түҙерлек түгел!!!

Илдус Түләков.  

- Был сүпте һүндерә торғас, тәҡәт ҡороно. Унды тиреҫ яна, инде һүндереп, ҡайтып ҡына китһәң, артыңдан кире тоҡана. Кисә, унан алда ла, булаштыҡ, бөгөн бына тағы ла шунда йөрөйбөҙ. Әмәлгә ҡалғандай, ел төнъяҡтан иҫә, төтөндө ауылға алып килә. Был утты бит кемдер төртөп киткән, аҙағын уйлаһа ни булғандыр был кешегә? Ҡулдан килгәндең барыһын эшләйбеҙ (кисә гусиницалы трактор килде, резина тәгәрмәслеһе йөрөй аламы ни утта), Мәскәү яны ла бер йыл әллә нисә ай янды, был стихияны, ҡыҙғанысҡа, тиҙ генә ауыҙлыҡлап булмай шул. 

Юнир Сынбулатов, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы. 

Автор:
Читайте нас: