Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
27 Ноября 2023, 13:49

Ейәнсәрем туңмаһын

- Күмертау-Айсыуаҡ автобусы төштән һуң бик насар йөрөй.

Ейәнсәрем туңмаһын
Ейәнсәрем туңмаһын
Иртән автобустар маршруты һәйбәт ойошторолған, ярты сәғәт һайын килеп торалар. Ә бына төштән һуң, сәғәт 16.00 -18.00 ваҡыт араһында, улар бик һирәк йөрөй башлай. Беҙҙән- Айсыуаҡ, Ермолаевонан -  Күмертауҙа студенттар бик күп уҡый, иртән ҡалаға китеүе улар өсөн бәлә түгел, уҡыуҙары бөткәс, ҡайтам тип сыҡһалар, автобус юҡ. Уны сәғәт ярым ваҡыт көтөп торорға тура килә. Йома көнө, аптырағас, педколледж туҡталышынан ейәнсәремде машинала үҙем барып алдым (ҡайсаҡ такси саҡырталар). Туңып бөткән. Ошо мәсьәләне хәл итеп булмаҫмы, студент балаҡайҙарҙы, автобус көттөрөп, арытмаҫҡа-өшөтмәҫкә ине. 
Редакциянан: беҙ алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күмертау - Айсыуаҡ маршруты 1 декабрҙән  яңыса йөрөй башлай. Төштән һуң, мәҫәлән, ошондай ваҡыттар ҡаралған: Күмертауҙан (Тиҙ ярҙам туҡталышы) сыға - 15.00, 16.00, 16.30, 17.30, 18.10....  
Автор:
Читайте нас: