90 йәште ҡыуалағас, урамға бик сығып йөрөй алмайым. Иртәнән кискә тиклем свет, газ булмай. Эшселәр төнгө сәғәт 12-гә тиклем эшләйҙәр, көнө буйы өй газһыҙ һыуып бөтә. Улар сәғәт 5-кә ҡәҙәр генә эшләһәләр булмаймы икән? Көндәр ҙә ныҡ һыуытты, кискә тиклем өй ныҡ һыуый. Был эштәрҙе ниңә ҡыш башҡаралар икән, көҙ көнө үк эшләп ҡуйһалар булмағанмы? Ҡараңғыла йөрөй ҙә алмайым, свет булмағас, тәгәрәп, ҡулымды һыҙырҙым, башымды бәрҙем. Бик зарланып бара торған кеше түгелмен, әммә сараһыҙлыҡтан һеҙгә шылтыратам. Быны мыҫҡыл итеү тип һанайым мин, ярамай бит улай. Хужалар юҡмы икән ни, нишләп бер ҙә контроль юҡ икән?
Асия БАЯНОВА, Баян ауылы
Бәлки, һеҙҙе тыңларҙар...
Иртәнән һуңғы кискә тиклем ауылыбыҙҙа бағаналар алмаштыралар, өсөнсө көн инде. Һыуыҡта утһыҙ, газһыҙ этләнәбеҙ. Төндә, эшселәр ҡайтып киткәс кенә газды тоҡандырабыҙ, йылынып та өлгөрмәйбеҙ иртән тағы ла һүндерәләр. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн башҡа берәй әмәлен табып булмаймы икән? Аптыраҡ бит, бар кеше зарлана. Силсәүиткә шылтыратыу менән бер ни ҙә үҙгәрмәй, көнө буйы 112 номерына шылтыратып ултырам. Бәлки, һеҙҙе тыңларҙар...
Фәһимә ЙӘНСИЙӘРОВА, Баян ауылы
Горный Ключтан (кергәндә Тау шишмәһе тип яҙып ҡуйғандар, тик былайтып ауылды береһе лә атамай, Баян ти ҙә ҡуялар) бер түгел, ике шылтыратыу алғас, көн кисләп барһа ла тор ҙа сап. Сап тигәс тә, сабырһың - Покровкаға төшкән ерҙән алып, Баянға барып еткәнсе юл тотошлайы менән боҙ, коньки ғына алаһы булған. Ауылға, кәйелә-шыуа, барып индек. Күптән килгән юҡ ине, элек уйындарға ла йөрөлдө ошо ауылға, клубы бәләкәй генә булһа ла, ныҡ күңелле була ине уйындары. Йәштәр ҙә бар ине. Хәҙер.... Хәҙер беҙҙе бер бабай ҡаршы алды. Икмәк-тоҙ тотоп, махсус ҡаршы алды түгел, яңғылыш осраны.
- Был ни ғәләмәт, арт та юҡ, ал да юҡ. Совет власын ҡайтарырға кәрәк, вәт унда була тәртип.
Бабайҙың СССР тураһында (ул, баҡһаң, һаман тарҡалмаған) телмәрен байтаҡ ҡына тыңлағас, ары киттек, Асия инәй янына.
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫыла.