Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
5 Августа , 13:57

Биш балаңды эйәрт тә сәхнәгә мен

- Мин биш бала әсәһе.

Биш балаңды эйәрт тә сәхнәгә мен
Биш балаңды эйәрт тә сәхнәгә мен

Баланы күп итеп табыуҙары, уларҙы аҫрап, тәрибәләп үҫтереүҙәре нисек ҡыйын икәнен, уларҙы күп итеп үҙе баҡҡан әсә генә аңлай. "Әсәлек даны" миҙалын күп балалы әсәләргә бирәләр, беҙ хөкүмәт өсөн тип тапманыҡ сабыйҙарҙы, шулай ҙа, властар яғынан иғтибар, ихтирам тәтеһә, беҙгә лә мәртәбә булыр ине, балалар ҙа ҡыуаныр ине. Яңыраҡ районда һәм ҡалала ошо миҙалды алған әсәләр булды тип яҙҙығыҙ. Беҙ ҙә биргәйнек заявкамы-нимә ул миҙалға. Беҙҙең документтарҙы кире бороп ҡайтарғандар икән. Имеш, күп бала табыуын тапҡан, ә бына концерт-фәләндәрҙә ҡатнашмайҙар икән тигәндәр. Бына һиңә бер хәбәр! Биш бала табығыҙ ҙа (чиновниктарға өндәшәм, улар ҙа тапмай балаларҙы) бишәүһен дә итәккә йәбештереп, сәхнәлә йырлағыҙ, бейегеҙ. Мин артист түгел (улар хакимиәттә былай ҙа етерлек, һәр береһе үҙен күрһәтәм тип эшләй - йондоҙҙар!), ә  - Әсә ! Ошо мәғәнәһеҙ сәбәпкә (район сәхнәһендә сығыш яһамай) һылтанып, беҙ миҙалһыҙ ҡалырға тейешме? Ошо һорауымды бирегеҙ әле үҙҙәренә.
Исемен әйтмәй генә яҙабыҙ, ә яуапты гәзиттә бирербеҙ. 

Автор:
Читайте нас: