Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
9 Августа , 17:08

Арбаға ҡарап, нервы бөттө

Үткән айҙа бәләгә тарыныҡ - янғын сыҡты.

Арбаға ҡарап, нервы бөттө
Арбаға ҡарап, нервы бөттө
Ярар әле үҙебеҙ иҫән ҡалдыҡ тип, бабай менән ҡыуанып ултырабыҙ. Өс һарайыбыҙ, өр яңы мунсабыҙ тиҙ арала көлгә әйләнде. Бындай мәлдә бәләгә тарыған кеше нимә эшләй - силсәүиткә йүгерә. Шулай, шулай, улым, янғындан ҡалғанды тейәп, түгергә кәрәк, тинек. Арба алып килеп ултырттылар, быныһына рәхмәт. Әммә был арба беҙҙең янда хәҙер айға яҡын ултыра. Уға ҡарайбыҙ ҙа, бабайым менән, давлениебыҙ күтәрелә, ниңә һаман алып китмәйҙәр икән тип аптырашабыҙ. Ошо мәсьәләне хәл итегеҙ әле, юҡһа, аҡ ҡыш мәлендә лә ул ҡарайып ултырыр һымаҡ.
Редакциянан: Ауыл хакимиәте был мәсьәләне белә, тиҙ арала тейәлгән арбаны алып китеп булмай - силсәүиттең тракторына салғы тағылған, эштән бушай алмай, тинеләр. Трактор саҡ ҡына бушаһа, шунда уҡ сүпле арбаны алып китер.
Автор:
Читайте нас: