Все новости
ҺОРАУ – ЯУАП
29 Августа , 11:46

Бесән өҫтөндәге эт

Райпо магазиндары... Һөйләһәң һүҙ, төрһәң – күҙ.

Бесән өҫтөндәге эт
Бесән өҫтөндәге эт

Ябылып бөттө улар, әммә элекке магазин биналары менән ҡалайтырға? А. Сәйфуллин менән әңгәмәләшкәндә ошо темаға ла туҡталдыҡ. Теге көн Ҡаҙарма ауылында ошолай һорау биргәйнеләр: элекке магазин бинаһы йән көйөгө булып ултыра, уны ватып, урынын мәсет майҙанына ҡушыр ине (ере Райпоныҡы түгел, ғөмүмән, был магазинды элек колхоз төҙөгән), матурлар инек, юҡ, Р. Бабченко һатып алығыҙ, ти. Хаҡын беләһегеҙме күпме ҡуя – 350 мең һум. Беҙҙең ауылдағы иң арыу йортто ла кеше йөҙгә һата, ә был төртһәң, ишелергә торған йортона шул сама һорай.

Был һорауҙы (бындай магазиндар һәр ауылда тиерлек) Азамат Зәкәриә улы хәтеремдә буласаҡ тине, Рәсимә Шәһисолтан ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп, мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышырмын тип һүҙ бирҙе.  

Автор:
Читайте нас: