Бөтә яңылыҡтар
ҺОРАУ – ЯУАП
4 Июнь , 15:24

Уҡытыусы ла Кеше

- Исемемде әйтмәйем.

Уҡытыусы ла Кеше
Уҡытыусы ла Кеше

- Былай ғына һорау бирәм. Ауыл мәктәбендә йәйге лагерҙар эшен башланы, мин шул лагерҙа эшләйем (уҡытыусы мин). Беҙгә әйттеләр: ял юҡ һеҙгә, шәмбе лә, йәкшәмбе лә эшләйһегеҙ, байрам көндәре лә (ҡыҙыл даталарҙы әйтәм). Мин Ҡорбан байрамында ял итеп, һарыҡ һуйып, тәмле аш ашап үткәрге килә ине, ә көнө буйы лагерҙа йөрөргә түгел. – беҙ ҙә әҙәм балаһы. Шул һорауҙы ипләп кенә район мәғариф бүлегенә бирегеҙ әле.

Юлия Хәмиҙуллина, район хакимиәте мәғариф бүлегенең туҡланыу һәм ялды ойоштороу буйныса методисы:

- СанПин ҡағиҙәләренә ярашлы, балаларҙың йәйге мәктәп яны лагерҙары 21 көн буйына туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. Был һорауҙы һеҙгә биреүҙәре сәйер, сөнки барлыҡ уҡытыусылар ҙа был турала белә.

Автор:
Читайте нас: