Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Март , 07:29

Утлы йылдар ауазы

Иҫәнғолова Өмикамал (Камал) Абдулла ҡыҙы (1920 - 2007) Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында тыуған.

Утлы йылдар ауазы
Утлы йылдар ауазы

Ибрай урта мәктәбенең ойошторолоуына 2025 йылда 100 йыл тула. Юбилейға мәктәбебеҙ коллективы дәррәү әҙерләнә. Мәктәп тарихын өйрәнәбеҙ, мәғлүмәттәр йыябыҙ, уға ҡағылышлы стендтар әҙерләнә.
Күптән түгел миңә хат килде. Уны Иҫәнғолова Рәмилә яҙған ине: "Хәйерле көн! Мин Һеҙгә шылтыратҡайным, Рәмилә Иҫәнғолова булам. Әсәйем Өмикамал (Камал) Иҫәнғолова Ибрай мәктәбендә 1941-1949 йылдарҙа уҡытҡан."
Был бит бик тарихи мәғлүмәт! Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәбебеҙҙә бына кем уҡытҡан икән!
Рәмилә ханымдан әсәһе тураһында күберәк яҙып ебәреүен үтендем, һәм ул әсәһе хаҡында мәғлүмәт ебәрҙе.
"Иҫәнғолова Өмикамал (Камал) Абдулла ҡыҙы (1920 - 2007) Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында тыуған. Ул тыл ветераны, "Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн", "Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн", Урман хужалығының почетлы хеҙмәткәре", "Еңеүҙең 60 йыллығы өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алған. 1940-41 йылдарҙағы Көйөргәҙе районы Ҡансура ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1941 -1950 йылдарҙа Ейәнсура районы Ибрай мәктәбендә эшләгән.
1941 йылда июндән ноябргәсә Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһына ебәрелә. 1950 йылдан Көйөргәҙе районы
Яманғол ауылында йәшәй. Бер нисә тапҡыр Бахмут ауыл советына депутат итеп һайлана, штаттан тыш урмансы булып эшләй. 1985 йылға тиклем Чкалов исемендәге Көйөргәҙе иген совхозы бүлексәһендә эшләй.
Уның балалары: Иҫәнғолов Рәми Ғималетдин улы (1951-1973) Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Ауырғазы районы Толбазы мәҙәниәт йортонда рәссам булып эшләй.1972-73 йылдарҙа Күмертау, хәҙерге Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда директор була.Юл фажиғәһендә вафат була.
Иҫәнғолова Рәмилә Ғималетдин ҡыҙы 1956 йылда тыуған. 24 йыл Көйөргәҙе районы Яманһары ауылында мәктәп директоры булып эшләй. 2008 йылдан хәҙерге көнгәсә БР Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй, өлкән методист."
Рәмилә Иҫәнғолова шиғырҙар ҙа яҙа. "Был ниндәй таныш исем!"- тип уйлағайным миңә хәбәр ебәргәс тә. Аралаша торғас, уртаҡ таныштарыбыҙ ҙа күп икән. Иң мөһиме: 2001 йылда Башҡортостан Китап нәшриәтендә "Нур усағы" исемле шиғырҙар йыйынтығында Рәмилә Иҫәнғолованың "Яманһары", минең "Ҡая сәскәһе" исемле тәүге китабым бер китапта донъя күргән!
Әсәһе Өмикамал хаҡында күберәк белергә теләнем, ул миңә "Куюргаза" район гәзитендә сыҡҡан статьяһын һалды. Һәм минең алда Өмикамал-уҡытыусы образы ошолайыраҡ һынланды:
Өмикамал 1920 йылда тыуған. Стәрлетамаҡтағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ингән, ләкин уҡыуын тамамлай алмаған. 1937 йылда репрессия башлана. "Халыҡ дошманы" тип табылған бик күп преподавателдәрҙе студенттарҙың күҙ алдында ҡулға алалар. Был хәл студенттарға ла ҡағыла. "Кулак" тип табылған старшинаның ҡыҙы Өмикамал техникумда уҡырға тейеш булмай сыға. Уҡыу ҙа түләүлегә әйләнә.
1941 йылдың майында Өмикамал Сыбаркүл ҡалаһына ебәрелә. Унда улар көндәр буйы траншея ҡаҙалар. Уның педтехникумда уҡығанын белеп ҡалып, балалар йортона тәрбиәсе итеп күсерәләр. Һуғыш башланғас, балалар йортона эвакуацияланған балаларҙы килтерә башлайҙар. Өмикамал фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, ҡыҫҡа сроклы медсестралар курсын тамамлай. Ләкин ул декабрҙә өйгә ҡайтырға сыға. Сөнки һуҡыр әсәһен тәрбиәләргә кеше кәрәк була. Стәрлетамаҡтан йәйәү тиерлек ҡайта Ошо урында тағы шуны әйтеп китеү урынлы булыр. Өмикамалдың әсәһе Ғилмикамал Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылынан данлыҡлы Шамиғол хәлфә-хәҙрәттең бер туған һеңлеһе була...Ғилмикамал Өмикамалдың әсәһе, 35 йәштә һуҡырайған,53 йәштә 1950 йылда үлгән.
1942 йылда Өмикамал Иҫәнғолова беҙҙең Ибрай мәктәбендә уҡыта башлай. Хеҙмәт дәресендә ул уҡыусылары менән сабата үрәләр, сөнки ул заманда сабата- берҙән-бер аяҡ кейеме була.Колхоздағы барлыҡ эштәргә йөрөйҙәр уҡыусылар менән: сәсәләр, утайҙар, ҡул менән йыялар, колхоз малына бесән әҙерләйҙәр. Кистәрен ул фронт өсөн бирсәткә, ойоҡбаштар бәйләй, дәрестәрҙән һуң өйҙән-өйгә йөрөп азат ителгән ҡалалар өсөн халыҡтан ярҙам йыя. Уҡыусыларҙы дөйөм ашханала көнгә бер тапҡыр ашаталар. Ашау бик наҡыҫ була. Халыҡ ашарға яраҡлы үлән менән туҡлана. Тирә-яҡта хатта кесерткән дә булмай, кеше ашап бөтөп тора.
Уҡытыусы ауылда беренсе кеше иҫәпләнә, байрамдарҙа концерттар ойоштора. Концерт менән күрше ауылдарға ла сығалар.
Ул Ибрайҙа уҡытыусы булып эшләгәндә Зәбих Әмикасовҡа кейәүгә сыҡҡан. Уларҙың Урал исемле улдары тыуған. 1947 йылғы. Өмикамал Мораҡта уҡыуҙа булған саҡта, Зәбих икенсе ҡатын менән йөрөп киткән. Уларҙың юлы айырылған. 1949 йылда тәүҙә Зәбих, күп тә тормай, улы Урал үлгән, Ибрайҙа ерләнгән.
Рәмилә апай менән һөйләшә торғас, Өмөкамал апайҙың бер туған ағаһы хаҡында белдем. Был да мәктәп тарихына ҡағылышлы.
Сөнки Рәхим (Әбдрәхим) Иҫәнғолов Байдәүләттә 30-сы йылдар башында, һуңынан, 1940-42 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләгән икән!
Артабан Рәмилә Иҫәнғолованың хәтирәләренән:
"Әбдрәхим - Шәмиғол олатайымдың өсөнсө ҡатыны Хәкимәнең улы. Олатайым 7 ҡатын алған, ҡатындары үлеп торған. Өсөнсө ҡатыны Хәкимә Ғилмикамал өләсәйем менән бергә йәшәгән. Өләсәйем 7- се ҡатыны булған. Бер туғандар һымаҡ килешеп йәшәгәндәр. Өләсәйем 18 йәштә, олатайым 60- та булған. Өләсәйемде атаһының ҡустылары ҡыҙылдарға кейәүгә сыҡмаһын тип олатайыма һатҡандар бер айғыр менән бер тунға. Мин тыуғанда әсәйем Хәкимә - әсәһенең көндәше менән йәшәй ине. Мин уны өләсәй тип үҫтем, айырманы һиҙмәнем дә. Хәкимә өләсәйҙең Әбдрәхим -берҙән-бер балаһы булған. Әсәйем һуңғы көнөнә тиклем ҡараны Хәкимә өләсәйемде. Хәкимә өләсәй 1970 йылда 109 йәшендә үлде."
Ошо урында Әбдрәхим хаҡында мәғлүмәт урынлы булыр:
"Иҫәнғолов Әбдрәхим (Рәхим) Абдулла улы Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында тыуған.1930- 32 йылдарҙа Ырымбурҙа Каруанһарайҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡыған.
Техникумы тамамлағандан һуң 1930-37 йылдарҙа Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында директор булып эшләй. Яҙыусылар Булат Ишемғол, Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый менән дуҫ була. Репрессия йылдарында Үзбәкстанға сығып китергә мәжбүр була. Ташкент уҡытыусылар институтын тамамлай. "Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" дипломы ала. Кире Башҡортостанға ҡайтып 1939-41 йылдарҙа Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында директор булып эшләй. Һуғыш башланғас, үҙ теләге менән Ейәнсуранан фронтҡа китә. Элемтәсе була. 1942 йылда Ржев ҡалаһы янында һәләк була. Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Утлы Бөйөк Ватан һуғышы ауазы яңғырай был юлдарҙан. Еңеүгә 80 йыл тулыу алдынан мәктәбебеҙ тарихына ҡағылышлы һәр мәғлүмәт беҙгә ҡәҙерле, яҡын. Бер ни ҙә, бер нәмә лә онотолмай.
Земфира Аҡбутина, уҡытыусы- шағирә.

Автор:
Читайте нас: