Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
3 Апрель , 17:01

Миҙал даны

Беҙҙең күкрәккә миҙал тағып ҡайтарҙылар.

Миҙал даны
Миҙал даны

Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған миҙал, шундай итеп аҫылынып тора - ып-ысын миҙалдан айырырлыҡ түгел, бер генә кәм ере лә юҡ. Яңы Таймаҫта теге көнө "Еңеү яҙы" конкурсы булғайны, ошо сарала миҙал тараттылар, беҙҙе лә, ҙурлап, кавалерҙар исемлегенә кереткәндәр икән. 
Әллә күпме дошманды тар-мар итеп,бик шәп итеп һуғышып, яуҙа еңгән һалдат, хатта офицерҙай тойоп ҡайттыҡ үҙебеҙҙе, әйтерһең, ябай хәбәрсе түгел, утты-һыуҙы кискән ысын фронтовиктар ҡайтып килә. 
Гөлнур, түҙмәй, үҙенең статусына ла ҡуйған миҙалын. Һәм киткән... 
-  Һин был наградаға күптән лайыҡ, ҡотлайым!
-  Ҡайҙан сыға - Ялсыҡайҙан сыға, маладис, ауыл данын күтәреп йөрөйһөң...

- Һай, афарин, киләсәктә орден тағырға ла яҙһын!

Быныһы ярар, икенсебеҙ, миҙалын таҡҡан да онотҡан, донъя мәшәҡәттәре етерлек, ҡала буйлап, магазиндан-магазинға йөрөгән, ә күкрәктә миҙал сыңлай. Арып-талып, аяҡта саҡ баҫып тороп, өйөнә ҡайтҡас, сисенгән саҡта ғына күргән миҙалын: әйтәм, магазиндарҙа бөтәһе лә сиратһыҙ үткәрә ине...
Рәхмәт һеҙгә, таймаҫтар, миҙаллы итеп, үҙегеҙҙең бәҫте генә түгел, беҙҙең данды ла күтәрҙегеҙ. Мең йәшәгеҙ! 

Автор:
Читайте нас: