

Ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығына һәм ҡаһарманлығына хөрмәт йөҙөнән, беҙҙең ғаилә геройҙарыбыҙ иҫтәлегенә садака-джария итеп емешле ағастар ултыртты.
Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткәнсә:
Әгәр мосолман ағас ултырта йәки орлоҡ сәсә, ә һуңынан ҡош, кеше йәки хайуан уларҙың емештәрен ашай икән, был садака кеүек.»
Тыуған ауылыбыҙ Бәләкәй Муҫала, олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә обелиск биләмәһендә, беҙ уларҙың исеменән алма ағастары ултырттыҡ. Был ағастар беҙгә киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе иҫкә төшөрһөн һәм тирә-яҡтағыларға шатлыҡ һәм емеш килтереүен дауам итһен.
Айнур Ҡәҙимов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе.