

Йыл да ошо ваҡытта көтөп алған ҡунаҡтарыбыҙ, беҙгә байрам яһап, күрше Татарстандан ҡайтып етәләр. Улар телебеҙ, милләтебеҙ, киләсәк быуын өсөн янып-көйөп йәшәүсе яҡташтарыбыҙ - Йәдкәр Әхәт улы менән Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы Башировтар.
Бынан 10 йыл элек Баширов Йәдкәр Әхәт улы рәсем төшөрә белгән һәләтле балалар өсөн үҙенең премияһын булдырҙы. Һәр йыл һайын балалар рәсем конкурсына эштәрен әҙерләй. Улар конкурс йомғаҡтары буйынса аҡсалата премия һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә. Йәдкәр Әхәт улы: "Быйылғы һүрәттәр тематикаһы менән дә бай. Уҡыусыларҙың һәләттәре йылдан-йыл арта. Афариндар!"- тип маҡтап алды.
Урындар ошолай билдәләнде:
1 урын -7-се класс уҡыусыһы Ғәббәсова Даяна
2 урын - 7-се класс уҡыусыһы Юлбаев Алмас
2 урын -7- се класс уҡыусыһы Һатыбалдина Әлфинә
3 урын - 8- се класс уҡыусыһы Медведева Полина.
Һәр береһенә аҡсалата премия ла бирелде.
Шулай уҡ оҫта төшөргән уҡыусылар ҙа маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлеккә бүләктәр менән бүләкләнде. Уҡыусыларҙы әҙерләгән рәсем уҡытыусы Альбина Фәтҡулла ҡыҙы Әбдрәшитоваға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына ла бағышланды. Уҡыусылар һуғыш тураһындағы йырҙарҙы сәхнәләштерҙеләр, йырланылар, оҫта итеп бейенеләр, сәнғәтле итеп шиғыр һөйләнеләр.
Бөгөнгө сара райондан килгән ҡунаҡтарыбыҙға ла, саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙға ла оҡшаны. Илдәребеҙ тынысланһын, ир - егеттәребеҙ иҫән-һау йорттарына, ғаиләләренә тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә таралыштыҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөлөкова ГФ., Яңы Мораптал ауылы