Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель , 14:52

Светлана Светлана булһа, ә мин - Иосифмы?

Яңы Морапталда кисә хәтәр байрам булды.

Светлана Светлана булһа, ә мин - Иосифмы?
Светлана Светлана булһа, ә мин - Иосифмы?

Әлбиттә, ауыҙ тултырып, Байрам тип әйтергә лә ярамайҙыр, ни тиһәң дә, депутаттар сессияһы, етмәһә, сессияға ҡәҙәр, дауахана, музей, мәктәп буйлап йөрөп сыҡтылар, проблемалары мәсьәләләр ҙә күтәрелде (Молокан юлы, Ҡалта күпере). Шулай ҙа, Мораптал -Мораптал инде, һәр, хатта етди саранан да, күңел күтәрелеп, күңелгә байрам кәйефе ҡунып ҡайта. 
Фойела фотоға төшөүселәр күп булды, фойе үҙе матур биҙәлгән, берҙән, икенсенән, грамота алыусылар бихисап, улар был тарихи мәлде мәңгеләштерергә ашыҡты (ҡана, былайтып төшөр, юҡ, киренән төшөр, хәҙер тегеләйтеп). 
Ике гәзит редакторы -  беҙ ҙә  - төштөк. Иптәш Сталиндың, йәнәһе, өҫтәле артында. Светлана Светлана булып ҡалды (Аллилуева), ә мин, бер мәлгә булһа ла, Иосифҡа әйләндем. 

 #Победа80 

Автор:
Читайте нас