"Йәшлек" мәҙәниәт һарайында бик күп коллективтар сығыш яһаған, унда ҡатнашҡан ҡайһы берәүҙәр беҙҙән һораны: һеҙ күренмәнегеҙ, килмәнегеҙме әллә?
Яуап, бәлки, дорфараҡ яңғырағандыр: ваҡыт юҡ, кеше юҡ (өс кешебеҙ), бөтмәҫ һеҙҙең байрамдар.
Һуңынан, ошо саранан фото-видеоларҙы ҡарағас, беҙгә яҙғандарҙы уҡығас: "Рдк артистары ары торһон, Морапталдар воще матур выступили, у них 2 место, 1 школа первое место. Беҙ так себе...",
бармағаныбыҙға үкендек. Конкурс бик шәп үткән икән, афарин һеҙгә, артист булмаһа ла, артистарҙы уҙҙырған коллективтар!