Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май , 17:09

Ауыл халҡы бик рәхмәтле булды

Бәләкәй генә Кинйә Абыҙ ауылы халҡы һәр бер тантаналы датаны бик ҙур байрам рәүешендә үткәрергә ярата.

Ауыл халҡы бик рәхмәтле булды
Ауыл халҡы бик рәхмәтле булды

Әле лә бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған оло байрамды юғары кимәлдә үткәреп ебәрҙе.
Район үҙәгенән депутатыбыҙ Саркисян Артур Павлович та килгән ине. Ул Свобода ауыл хакимиәте башлығы Рахманғолов Фәнис менән берлектә барлыҡ ауыл халҡын ҙур еңеү байрамы менән ҡотланы.
Иң беренсе ауылдың һуғыш ветерандарының һәйкәленә веноктар һалынды, унан һуң инде халыҡ клуб бинаһына йыйылды, унда митинг уҙҙы.
Митингынан һуң уҡыусылар һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан бик ҙур концерт ойошторолдо.
Кисәне ойоштороусы ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Мансур улы клуб мөдире Хәлилова Рузалия, уҡытыусы Рахманғолова Гөлфиә, музей директоры Биктимирова Рәзиләләргә ауыл халҡы бик ҙур рәхмәттәрен белдереп таралыштылар.
Ришат Йомағолов

Автор:
Читайте нас: