Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май , 08:53

Байрамға әҙер!

Ауылдаштар бигерәк әүҙем һәм ярҙамсыл беҙҙең.

Байрамға әҙер!
Байрамға әҙер!

Тик ойоштороп, алға әйҙәп йөрөүсеһе генә булһын, ниндәй эшкә тотонһалар ҙа һә тигәнсе берҙәм генә эшләп ҡуялар. Быны беҙҙең үҙебеҙҙең көстәр менән көртәләп ҡуйылған зыяратыбыҙҙан ғына ҡарап та әйтеп була.
Әле бына Бөйөк еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Ике аҙна алдан күмәкләп өмәгә сығып, зыяратыбыҙҙы, ауылыбыҙҙы, обелискабыҙ тирәһен таҙалап ҡуйған инек.
Әле бына ауылдың ир-уҙамандарын өмәгә йыйып, ошо обелискабыҙҙың сереп, иҫкереп бөткән кәртәләрен өр-яңы, тимер кәртәләргә алмаштырып ҡуйҙыҡ. Өмәгә ир-аттар бик күп сыҡты, һәр ҡайһыһы үҙ ҡоралын тотоп сыҡҡан, кемдер бағаналарға соҡор ҡаҙа, кемдер профилдәрҙе иретеп йәбештерә, кемдер шуларҙы буяй, кемдер тимер штакетниктарҙы бора, шулай итеп тырыша торғас был эштең дә осона йәһәт кенә сыҡтыҡ.
Ҡыуанысыбыҙ ошоноң менән генә тамамланманы, кәртәләр әҙер, берәй матур ҡапҡа ла булһа, тип уйлап ҡына ҡуйған инек. Баш ҡалала йәшәгән, оҫта ҡуллы ауылдашыбыҙ, шәхси эшҡыуар Айҙар Науразбаев бик матур ҡапҡа эшләп алып ҡайтҡан. Хәҙер шуны рәткә килтереп ҡуйғанда, тулыһынса Бөйөк байрамға әҙер булабыҙ, Алла бирһә.
Өмәлә ҡатнашҡан һәр ауылдашыма рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Киләсәктә лә ауылыбыҙҙы йәмләп, берҙәм һәм бергә булайыҡ.

Рәфис ХӘСӘЙЕНОВ, Ялсыҡай ауылы старостаһы

Автор:
Читайте нас: