Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май , 08:56

Әһәмиәтле квест-уйын

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, туған телгә, илгә ҡарата һөйөү уятыу - Мортаза Рәхимов исемендәге 3- сө Башҡорт гимназияһында үткән һәр сараның беренсе мөҡәддәс бурысы булып тора.

Әһәмиәтле квест-уйын
Әһәмиәтле квест-уйын

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө - илебеҙ өсөн иң мөһим байрам. Бөйөк Еңеүгә 80 йыллығы алдынан гимназиябыҙҙың 6-сы, 10- сы, 11- се класс уҡыусылары тәрбиәселәре Лилиә Илгилдина, Маһинур Бикбирҙина һәм педагог-китапханасы Эльвира Аллағолова менән ҡаланың Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән "Еңеү юлы" квест - уйынына барҙы.
Сараға ҡалабыҙҙың ветерандар Советы рәйесе М.Л. Мәмбәтов һәм уның ағзалары Ф.Х. Бакирова, В. Н.Рахман сараның төп ҡунаҡтары булды.
Иң тәүҙә Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Икенсе өлөштә балалар ҡунаҡтарҙың һәм музей директоры Лариса Коченованың сығыштарын ҡыҙыҡһынып тыңланы. Артабан музей методисы Зифа Татлыбаева ойошторған квест-уйында ҡатнашты.
Һуғыш геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алыу маҡсатында үткәрелгән уйын ҡатнашыусыларыбыҙға мауыҡтырғыс сәйәхәт тәҡдим итте. Уйында ҡатнашыусылар төрлө этаптарҙа үҙ белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтә алды.
Квест йомғаҡтары буйынса балаларҙа бик күп ыңғай эмоциялар ғына түгел, ә тарихи хәтерҙең әһәмиәтен аңлауҙы нығытҡан файҙалы мәғлүмәт тә тупланды.
Бындай саралар йәштәрҙең үҙ тарихына ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙа, уларҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
Лилиә Илгилдина, 3-сө БРГИ тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас: