Был билдәле халыҡ йырын бөтәһе лә яратып йырлай, тыңлай. Һүҙҙәре мәғәнәле, йәшәй биргән һайын нығыраҡ аңлайһың.
Кисә улар был йырҙы йырланымы икән, белмәйбеҙ, әммә матур итеп, ошо йырҙа йырланғанса ултырған. Гел ҡайҙалыр ашығабыҙ, ваҡыт етмәй, тегеһе етмәй, быныһы етмәй, ә ғүмер, һине көтөп тормай, елә генә. Кисә улар табын артында булған арала, ваҡыт туҡтап торған кеүек булған, хатта Юшатыр йылғаһы ла бер мәлгә туҡтап ҡалған ахры.