Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май , 09:56

Тыуыр таңдарыбыҙ тыныс булһын

Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто алдында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ оло байрамды ҡаршы алыу тантанаһы үтте.

Тыуыр таңдарыбыҙ тыныс булһын
Тыуыр таңдарыбыҙ тыныс булһын

Байрамдарҙың иң олоһо, күҙ йәше менән бергә шатлыҡлы йылмайыу, илебеҙҙә тыныс тормош өсөн көрәшкән ветерандарыбыҙға, тыл ветерандарына баш эйеп, рәхмәт әйтеү байрамы ул!
9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк байрам юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған еңеү байрамы булды бөгөнгө байрам. Байрам менән ҡотларға тип, район депутаттар советы рәйесе, Киров исемендәге ауыл хужалығы етәксеһе Байгильдин Дамир Таһир улы, Мораптал ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Ғисматуллин Рәшит Рәуил улы, С.Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, БР атҡаҙанған табибы, ауылыбыҙ аҡһаҡалы, Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов , Мораптал ауыл биләмәһе Ветерандар советы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсетдинова Нәсимә Иршат ҡыҙы һәм Баязит Бикбай исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлкәй Хөснитдин ҡыҙы Шәмсетдиновалар ауыл халҡына изге теләктәрен еткерҙеләр.
Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына арналған митинг аҙағынан ауыл артистарының сағыу концерты килгән һәр тамашасының күңеленә ятты, уларҙы алҡыштарға күмделәр. Байрам, һалдат бутҡаһы менән тамаланды.
Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙы һәммәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуыр таңдарыбыҙ тыныс, йырлы, ә төндәребеҙ ай-йондоҙло булһын! Йорт-еребеҙгә именлек, ТЫНЫСЛЫҠ алып килһен!

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы

Автор:
Читайте нас: