Фаткулла Аҡһаров үҙенең армияла служит иткәнен иҫкә алып һөйләне, Зифа апай Ибраһимова медицинала военный билеты барлығын, хаҡлы ялға тиклем терапевт булып эшләгәнен иҫкә алып һөйләне, ауылыбыҙ шәғирәһе Римма апай үҙенең шиғырҙарын уҡыны, ауылыбыҙың йыр моңға ғашик булған Ләлә Боҫҡанова йыр йырланы, абыстайыбыҙ Рәсимә Ибраһимова теләктәр теләп Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Ағинәйебеҙ Йәннәт Аҡһарова һуғышҡа ауылдан нисә һалдат киткән, нисә һалдат һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан - бик фәхемле тарихын һөйләне. Шунан зыяратҡа барып МХОнан мәрхүм булып ҡайтҡан егеттәребеҙгә веноктар һалып, уларғала доғалар ҡылдыҡ.
Зарима Боҫҡанова, Ҡотлоюл ауылы