Һәр кеме ошо юбилейға ниндәйҙер мөһимерәк өлөш керетергә тырышты
Районыбыҙ китапханаһы филиалдары ла бик әүҙем, Еңеү көнөнә тоҫ өлөшөн индерә, һуңғы ваҡытта, күреүегеҙсә, интернет селтәрҙәрендә китапханаларҙың эштәре бик әүҙем күренә, флешмобтар, акциялар, төрлө саралар һанап ҡына бөтөрлөк тугел.
Еңеү көнөнән дә бер китапхана ла ситтә ҡалманы!
Яҡут китапханаһы ла, балалар менән, төрлө кинолар ҡарап, һуғыш тураһында уҡып, Еңеү көнөнә бик йөкмәткеле күргәҙмә ойоштороп, мәҙәниәт усағы фойыһында "Һуғыш хәтерҙән сыҡмаясаҡ" тип исемләнгән күргәҙмәне асты. Бындай күргәҙмәләргә халыҡ бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, иҫкә ала!
"Һалдат бутҡаһы" ла китапхана тарафынан ойошторолған, еңеүҙең бер тос өлөшө, ҙур символы булып тора, бигерәк тә ҡарабойҙай бутҡаһы, һалдаттың яратҡан ризығы, һуғыш ваҡытының тәрән хәтирәһе. Бик ҙүр байрамдарҙа ғына бындай ҡәҙерле бутҡаны бешергәндәр.
Шундай матур ихлас күңел менән бутҡаны ауыҙ иткән ауылдаштарыма мең рәхмәт!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы