Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
11 Май , 15:41

Керәүлелә лә һәйкәл асҡандар

Ул да шулай уҡ махсус операцияла йөрөгән егеттәргә лә бағышланған.

Керәүлелә лә һәйкәл асҡандар
Керәүлелә лә һәйкәл асҡандар

Райондың, хатта республиканың да, иң билдәле сыуашы Анатолий Ефремовтың ишеге алдында ултыра был һәйкәл. Автор үҙе уны Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәр хөрмәтенә яһаным, ти.  

Бөйөк Еңеүҙең юбилейына бәйләп, Ермолаевола, Күмертауҙа, Яңы Морапталда, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә күп кенә һәйкәлдәр асылды, улар тураһында һөйләнеләр, телевидение күрһәтте, радио бәйән итте. Ә Керәүле-Илюшкиндағыһы, башҡалар фонында, саҡ ҡына күҙ уңынан төшөп ҡалды кеүек. Беҙгә ҡалһа, бик шәп килеп сыҡҡан ул. Афарин, Анатолий Николаевич, ҡулдарыңдың игелеген күр, ә иң мөһиме, яуға киткән егеттәр, барыһы ла иҫән ҡайтып, һинең һәйкәлеңә сәскә һалырлыҡ булһын.

Автор:
Читайте нас: