Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Май , 11:35

Тыныс иртәләр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылһын ине

Олатайым – Уразбаев Гариф Ғөбәй улы – һуғыштың ҡәһәрле көндәре аша үткән кеше ине.

Тыныс иртәләр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылһын ине
Тыныс иртәләр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылһын ине

1921 йылдың 12 авгусында Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында тыуа. 1939 йылда Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағас, уға бер йыл ғына уҡытырға тура килә. 1940 йылдың октябрь айында уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Сәләмәтлеге яҡшы, заманына курә белемле егет путевка буйынса авиация училищеһына уҡырға ебәрелә. Бары 6 ай ғына уҡырға тура килә олатайыма. Немец фашистары илебеҙгә бәреп ингәс, ул үҙе теләп һуғышҡа китергә ғариза яҙа. Уның һымаҡ 35 курсанттан тиҙ генә имтихан алалар ҙа, сержант званиеһында фронтҡа оҙаталар.
Һуғышты иҫке ПО-2 самолетында уҡсы-радист булып башлай олатайым. “Был ҡот осҡос көндәр ғүмерем буйы күҙ алдымда. Яҡында ғына төшөп ярылған бомбалар ҡолаҡты яра, тулҡыны аяҡтан йыға яҙа ” – тип хәтерләй ине ул.
Совет летчиктары самолеттар менән дә дошманға ҡаршы батыр һуғыша. Улар дошман тылын үтеп, тимер юлдарҙағы эшелондарға, автоколонналарға бомба ташлай, һауа һуғышында дошман самолеттарын бәреп төшөрә. Олатайым Курск дуғаһында һуғыша, Сталинград янында немецтарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ Украина, Белоруссия, Болгария, Польша, Венгрия ауыл-ҡалаларын азат итеүҙә һәм Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Төндәрен 100-ҙән ашыу осош яһайҙар. Күрһәткән батырлыктары өсөн олатайым «Ҡыҙыл Йондоҙ», «Ҡыҙыл Байраҡ» ордендары һәм хәрби миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң олатайым мәктәптә эшләй. Оҙак йылдар Үрге Моталда, шунан Таймаҫта уҡыта. Олатйымдың иленең, халҡының яҡты киләсәге хаҡына күрһәткән батырлыҡтары менән мин ғорурланам! Ул хеҙмәттә генә түгел, ә тормошта ла һәр яҡлап уңған булды. Өләсәйем – Сәғиҙә Муллағәли ҡыҙы менән 64 йыл татыу ғүмер иттеләр, бергәләп 6 ҡыҙ үҫтереп, уларға үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам иттеләр. Һәр ваҡыт йылы һүҙҙәре һәм изге кәңәштәре менән беҙгә – ейән-ейәнсәрҙәренә, ҡыҙҙар-кейәүҙәренә, терәк-таяныс, донъя көтөүҙәре менән өлгө булып торҙолар. 2011-се йылдың март айында олатайым 90 йәшен тултырмай арабыҙҙан китте...
Ҡан ҡойғос, дәһшәтле һуғыштың тамамлауына 80 йыл да үтеп киткән...Олатайыбыҙға һәм барлыҡ ветерандарға, ошо матур, бәхетле көндәр, яҡты киләсәк бүләк иткәндәре өсөн , мең рәхмәтлебеҙ! Ҡайғы, күҙ йәштәре һәм ҡан тугеү аша яуланған Бөйөк Еңеү көнө, тыныс иртәләр оҙон-оҙаҡҡа һуҙылһын ине.

Азалия Рәхмәтуллина (Үлмәҫбаева), Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас: