Свобода ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов, әле ҡулынан килһә, бөтөн донъяны тотоп ҡосаҡлар ине. Шатлығы эсенә һыймаған мәле. Йомарттың күңеле шат тигәнде киреһенсә әйләндерһәң, тап уның турала әйткән кеүек була: шаттың күңеле йомарт.
Айыҡ ауыл конкурсында тыуған ауылы Кинйә-Абыҙ
беренсе урынды алғас, ауыл башлығы һәр осраған кешегә тиерлек рәхмәт әйтә.
...Фәнис Мансур улының Айыҡ ауылда еңеүҙә булышлыҡ иткән һәр береһенә төбәп әйткән рәхмәт һүҙҙәре (исемлек ҙур, унда хатта беҙ ҙә бар) гәзиттә баҫылды.