Ауылыбыҙҙың алыштырғыһыҙ фельдшеры Рамаҙанова Мәғфиә Ғабдразаҡ ҡыҙына бер ваҡытта ла беҙҙе иғтибарынан ҡалдырмаған, ауыл халҡының һаулығы һағында көнө-төнө торғаны өсөн, районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙың баш табибы Олег Астаховҡа ошо һаулыҡ поездын ойошторғаны, уны тап беҙҙең ауылға йүнәлткәне өсөн, шулай уҡ, уның ярҙамсылары Ермолаево больницаһы мөдире Әлиә Пивневаға, районыбыҙҙың өлкән фельдшеры Ольга Гавриловаға һәм һаулыҡ поездында эшләгән һәр бер табип, шәфҡәт туташтарына "Юшатыр" гәзите аша барлыҡ ауыл халҡы исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Был хат тулы килеш кисә гәзиттә баҫылды.