Бөтә яңылыҡтар

Кем килмәне, үҙҙәренә үпкәләһен

3-4 июлдә Аҡһары ауылына"һаулыҡ поезы"килеп төштө. 

Кем килмәне, үҙҙәренә үпкәләһен
Кем килмәне, үҙҙәренә үпкәләһен

Ауыл халҡы йәше -ҡарты медпунктҡа юл тотто.
Иртүк килеп сират алдылар (алдан килгән урын өсөн тигән һымаҡ)
Шул ҡәҙәрем табиптар, шәфҡәт туташтары бөтә күңелдәрен биреп эшләнеләр, кеше күп булды. Табипҡа кермәгән кеше ҡалманы, бөтәһен дә алдылар. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ентекләп тикшереп, тыңлап ҡаранылар.
Ҡатын-ҡыҙҙар иртәнге сәй, төшкө аш әҙерләнеләр.
Бик рәхмәтлебеҙ үҙебеҙҙең фельдшерыбыҙ Наилә Баҙарбай ҡыҙына, килгән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, уларҙы алып килеп, көнө буйы эҫелә көтөп ултырған водителдәргә! Үҙебеҙҙең ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына оло рәхмәт, 2 көн буйына табиптарҙы ашаттылар, тәм-том бешерҙеләр.
Кем приемға килмәне, улар үҙҙәренә үпкәләй инде...
Табиптарға алдағы көндәрендә эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.
Аҡһары халҡы исеменән иң изге теләктәр теләп, Гөлсөм Сәлихова.

Автор:
Читайте нас