Юл аҙабы- гүр ғазабы тип тиккә әйтәмәгәндәр, юлдарҙағы ҡурҡыныс хәлдәр, ҡыҙғанысҡа, көн дә булып тора. Бик йыш тейешле ярҙам ваҡытында күрһәтелмәй – янда кәрәк кеше булмай.
14 августа Мәләүез районында ла булған бер касафат. Күңелһеҙ хәлгә осраған, яраланған кешеләр янынан, бәхеттәренә, фәрештә үтеп барған – Күмертау балалар поликлиникаһы фельдшеры Рима апай. Табип – табип инде, шунда уҡ ярҙамға ташланған. Бәләгә тарығандар үҙҙәренә ярҙам итеүсе тураһында онотмай, рәхмәт яҙып ебәргәндәр:
- В Мелеузовсом районе близ села Новая Казанковка на автодороге произошло ДТП, в котором были двое пострадавших. Первую помощь оказала пострадавшим случайно проезжавший мимо фельдшер детского поликлинического отделения ГБУЗ РБ ГБ г. Кумертау АГЛЕЕВА Рима Рауфовна. Помощь была оказана быстро, последовательно и правильно. Благодаря профессионализму АГЛЕЕВОЙ Р.Р. оказана незамедлительная первая помощь пострадавшим.
Ауыр хәлдә ҡалған мәлдәребеҙҙә юлдарыбыҙға, Рима апай һымаҡ, һәр саҡ кәрәк кешеләр сығып торһон ине.