Өйөбөҙ тулыһынса янып бөтөп, өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙә генә урамда тороп ҡалдыҡ. Үҙебеҙ был көн өйҙә юҡ инек, Октябрский ҡалаһына дауаханаға киткәйнек, өйөгөҙ яна, тип шылтыратҡас та юлға сыҡтыҡ, хатта ҡайтып ҡына етеп булмай. Ут өй эсенән башланған, һүндереп алырлыҡ түгел, тыштан профлист менән көпләнгән ине. Шулай итеп, бабайым менән бергә 50 йыл бар көсөбөҙҙө һалып, тырышып йыйған донъябыҙ, бар булған мөлкәтебеҙ бер сәғәт эсендә юҡҡа сыҡты. Өйөбөҙ иҫке лә түгел ине, 1992 йылғы ғына ағас йортобоҙ күҙ алдыбыҙҙа янып бөттө.
Шул тиклем оло ҡайғы төштө башыбыҙға, беҙ юғалып ҡалдыҡ. Ошо ваҡытта беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмай һәр яҡлап ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Өй урынын таҙартышҡан кешеләргә, аҡсалата ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙға, шул аҡсаларҙы йыйып килтергән ауылдаштарға, күрше-тирәгә, барлыҡ яҡындарға, туғандарға оло рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең бәләнән бер ҙә ситтә ҡалманылар, кем, нимә менән ярҙам итә ала шуны тотоп килде. Ауылдаштар кейем-һалым, һауыт-һаба, бар кәрәк-яраҡтар тотоп килделәр.
Бөгөнгө көндә өр-яңынан өй күтәреп тә ултырттыҡ...
Зилә АЮПОВА, Түбәнге Баба ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.