Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
18 Октября 2023, 11:31

Бергә-бергә булһын

Самат Усман улы, рәхмәт.

Бергә-бергә булһын
Бергә-бергә булһын
Ғүмер - күҙ асып йомған ара ғына. Ошо, кем әйтмешләй, ике генә көнлөк донъяла, ваҡ ҡына булған сәбәптәрҙе лә һылтау иткән булып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп йәшәһәң, тормош уғата ҡыҙығыраҡ була. 
Самат Туйгилдинды яңыраҡ атҡаҙанған исеме алыуы менән ҡотлағайныҡ, бөтөн район, республика алҡышланы ахры уны, Яҡуп мәктәбе директоры, түҙмәгән, бөгөн торт алып ингән. Рәхмәт йөҙөнән. 
...М. Кәримдең бер әҫәрендә яңы ғына кәләш алған егетте ағай-эне тәбрикләй икән.
- Кәләшең ҡотло булһын!
- Килен татлы булһын! 
Бәхеттең етенсе ҡатында йөҙгән егет, бындай ҡотлауҙарҙан әллә кем булып, яуап биргән:
- Ҡотлоһо ла, татлыһы ла бергә-бергә булһын!
Торт ныҡ тәмле. Теге егет һымаҡ бөгөн беҙ ҙә әйтәбеҙ: бар шатлыҡтарыбыҙ - ҡотлоһо, татлыһы - бергә-бергә булһын. 
Автор:
Читайте нас: