Все новости
Рәхмәт ишетеүе рәхәт
21 Ноября 2023, 10:02

Барығыҙға лә рәхмәт

 Яңыраҡ мин етәкләгән "Ҡыҙылтау" коллективы, районыбыҙҙа күркәм йолаға әйләнгән "Аҡбуҙатта ҡунаҡта" тип аталған республика бәйгеһендә көс һынашты һәм, бик ҙур тырышлыҡтар менән, 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

Барығыҙға лә рәхмәт
Барығыҙға лә рәхмәт

...Коллегам Мәҙинә Ҡунаҡҡоловаға, шулай уҡ беҙгә районға барырға автобус бүлгән Р.Солтангәрәев исемендәге гимназия етәкселәренә ҙур рәхмәт. Репетицияларҙы ҡалдырмай, ансамбелгә ҙур теләк менән йөрөгән уҡыусыларымды ла билдәләп үтмәй булмай. Ҡотломбәтова Гөлфинәгә, Әлибаева Гөлсөмгә, Вәлидова Нәркәскә, Хөсәйенова Заринаға, Зөлҡәрнәева Наҙгөлгә, Мәжитов Робертҡа, Зөлҡәрнәев Илданға, Мырҙағолов Нурисламға, Вәлидова Айсинәгә һәм ошо балаларҙың ата-әсәләренә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Хәлимә АҠСУРИНА, Ялсыҡай ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: