-4 °С
Снег
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Юлай Юлдыбаев үҙ техникаһында бер түгел, биш ауылдың юлдарын ҡарҙан таҙалай. Шуға ҡарамаҫтан, бар ергә лә өлгөрә, буран туҡтап та бөтмәй ул елдертеп килеп эшкә тотона.
Буран тымғас ҡалаға барырға тура килде, шунан сығып әйтәм, беҙҙең ауыл юлдары ҡаланыҡының янында ла тормай.
Әхмәт ЙЫҺАНШИН, Ялсыҡай ауылы
Рәхмәт хаты тулы килеш гәзиттә баҫылды.