-4 °С
Снег
Күп ерҙә юл проблемаһы булғандай, беҙҙең ауылда ла күпер мәсьәләһе бар.
Йыл да яҙғы ташҡын ауылыбыҙға сыҡҡан күперебеҙҙе юйып китә. Быйыл да был проблема беҙҙе урап үтмәне, бер аҙна күперһеҙ этләндек. Әлеге көндә мәсьәләне ауылдаштарыбыҙ менән бергә хәл итәбеҙ. Айнур Аҙнабаев үҙенең тракторы, Рәмил Сәйфуллин Киров хужалығы техникаһы менән эшләйҙәр. Ошондай егеттәребеҙ булғанда беҙгә эштәр түҙеп торамы һуң? Рәхмәт, егеттәр, күпер өсөн.
Әхмәт БАЙГИЛДИН, Яңы Ҡалта ауылы