Инде тәүгә түгел, өсөнсөгә, малдарыбыҙҙы юғалтабыҙ һәм Аллаға шөкөр, ошо гәзитебеҙ аша уларҙы иҫәнлектә, теүәл килеш табабыҙ. Был донъяла изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр күберәк булыуы ҡыуандыра.
Былтыр яҙ аттарыбыҙ сығып китеп, аҙашып Ялсыҡай яҡтарына барып сыҡҡандар, уларҙы шунда уҡ ошо ауыл кешеһе, фотоға төшөрөп Юшатыр гәзитенә иғлан итте, беҙ күреү менән барып алып ҡайттыҡ. Көҙ көнө быҙауҙарыбыҙ өйөрө менән юғалып, районыбыҙҙан менән Ырымбур өлкәһе сиктәренә барып еткән ерҙән табып алып ҡайттыҡ. Ул юлы ла Юшатыр гәзите килде ярҙамға, уларға иғлан ҡуйыу менән изге күңелле кешеләр шылтыратып быҙауҙарҙы ҡайҙа күреүҙәрен әйттеләр...
Әле бына йәнә уларҙың ярҙамы менән атыбыҙҙы табып алдыҡ. Атыбыҙ Яҡуп ауылының көтөүенә барып ҡушылған. Быны күргән егеттәр атты фотоға төшөрөп, Юшатыр гәзитенә иғлан иткәндәр. Беҙ атыбыҙ тағы ҡайһы тарафҡа китеп юғалды инде тип ултырғанда, иғланды күреп, малыбыҙҙы барып та алдыҡ.
Шулай итеп, районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың барлыҡ яңылыҡтарын тәүгеләрҙән булып яҡтыртып барған, гел ярҙамға килергә әҙер булған Юшатырыбыҙға сираттағы рәхмәтебеҙҙе юллайбыҙ. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәргә иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ, кешеләргә килтергән яҡшылыҡтарығыҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Айнур һәм Илнара НИҒМӘТУЛЛИНДАР, Молокан ауылы фермерҙары