Все новости

Рәхмәт һиңә, Зәк-Ишмәт!

Үткән аҙнала беҙ райондың өс ауылында булдыҡ.

Рәхмәт һиңә, Зәк-Ишмәт!
Рәхмәт һиңә, Зәк-Ишмәт!

Һаулыҡ поезын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп тора. Урында ғына һаулыҡтарын тикшертеү улар өсөн бик тә уңайлы.
Зәк-Ишмәт ауылы халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерге килә. Беҙҙе үҙҙәренең мул табындары, бай һый-хөрмәттәре менән һыйлап ҡайтарҙылар. Өҫтәл әҙерләүҙә аҙыҡ-түлек менән Зәк-Ишмәт ауылы биләмәһе башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов менән фермер Әнүәр Усманов ярҙам иткән, ә ауылдың уңған апайҙары тәмле ризыҡтар әҙерләгән. Һәр ваҡыттағыса Зәктәрҙең киң күңеллеләренә, алсаҡлыҡтарына һоҡланып ҡайттыҡ. Беҙҙе шулай ҙурлағанығыҙ, ихтирам күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә берҙәм булығыҙ һәм бер ҙә ауырымағыҙ, сәләмәт кенә йәшәгеҙ.
Әлфиә ТАЙМАСОВА, Һаулыҡ поезында эшләүсе

Әйткәндәй, республикала «Һаулыҡ Поездары» табиптары яҙҙан алып 120 мең кеше ҡабул итеп, 30 мең тикшереү үткәргән. Табиптар һаулыҡ менән проблемалары булған һәр кемде тикшереүгә ебәрә. Республикала 472 кешелә-шәкәр диабеты, 144 кешелә яман шеш, 10 кешелә туберкулез асыҡланған.

Фотоларҙа: Зәк-Ишмәт ауылы табиптарҙы бына ошондай өҫтәл әҙерләп көтөп торған. 

Автор:
Читайте нас: